«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин Рәсәйҙәге иң "ҡарт" уҡыу йорттарының береһендә булды



18.10.2019 Владимир Путин Рәсәйҙәге иң "ҡарт" уҡыу йорттарының береһендә булды

Президент илдең оҙаҡ йылдар эшләүсе ижади юғары уҡыу йортонда байтаҡ урынды ҡараны, әңгәмәләште, хатта концертта булырға ла өлгөрҙө.

Владимир Путин С. герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтына барҙы.
Бында уға ҙур теләк менән уҡыу бүлмәләрен, анимация һәм мультимедия факультетының эшен, ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫтахананы, операторҙар павильонын күрһәттеләр.

Тап ошо көндө сығарылыш курсы концерт та әҙерләгән. Президент уны ла оҡшатты шикелле, кәйефе күтәренке сыҡты, буғай.

Осрашыуҙа ла төрлө темаға һөйләштеләр. Был вуз кино һәм телевидение белгестәрен әҙерләй. Бынан 100 йыл элек, 1919 йылдың 1 сентябрендә дәүләт кино мәктәбе булараҡ ойошторолған. Кино тармағы өсөн һөнәри белгестәр әҙерләү буйынса донъялағы тәүге дәүләт белем биреү учреждениеһы була ул.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға