«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Мостай Кәрим - беҙҙең тормошта”



17.10.2019 “Мостай Кәрим - беҙҙең тормошта”

Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа 16 октябрҙә башҡорт әҙибенең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Мостай Кәрим - беҙҙең тормошта” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үткән.

Кисәлә мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашҡан.

Сәхнәнән Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраған, биографияһына байҡау яһалған. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм Яңы Ергән "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары "Ҡыҙ урлау", «Айгөл иле» спектаклдәренән өҙөктәрҙе күрһәткән.

Кисә бер кемде лә битараф ҡалдарманы, тимәк Мостай Кәримдең ижади мираҫына ҡыҙыҡһыныу һүнмәйәсәк, тип яҙа Хәйбулла районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға