«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ысын ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йәшәй Бөрйән-Йылғала



17.10.2019 Ысын ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йәшәй Бөрйән-Йылғала

Халыҡ-ара ауыл ҡатын ҡыҙҙары көнө уңайынан Бөрйән-Йылға ауылында ”Ҡатын ҡыҙ – илһам, һөйөү, йәшәү сығанағы” тип аталған матур сара үтте.

Баштарына үҙҙәренең яратҡан яулыҡтарын ябынып, алъяпҡыстар таҡҡан апай-инәйҙәр йыйылды мәҙәниәт усағына.
Сараны ауылыбыҙҙың депутаты Земфира Хөрмәт ҡыҙының “Ҡатын-ҡыҙ –йәмғиәттә”, ауыл фельдшеры Роза Кинйәғәли ҡыҙының “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы”исемле телмәрҙәре байытты.


Байрамдың икенсе өлөшө ҡомалаҡ икмәгенә бағышланды. Уны Альбина Памир ҡыҙы ойошторҙо. Әңгәмә барышында һәр кем ҡомалаҡ икмәгенә бәйле йылы хәтирәләргә бирелде. Гөлназ Камил ҡыҙы менән Әлиә Гәрәй ҡыҙы балаларҙы ҡомалаҡ менән таныштырып ҡына ҡалманы, күмәкләшеп ағаста эленеп, ишелеп уңған ҡомалаҡты тиреп, бәләкәс кенә яҫтыҡ та тегеп ҡуйҙылар.
Бөрйән-Йылға ауылы ҡатындары әлегәсә ҡомалаҡ икмәге бешерә. Байрамға ла һәр береһе ҡабарып бешкән икмәктәрен, бөйөрөктәрен, бәрәмәстәрен алып килгән.
Һаулыҡ өсөн дә файҙалы ул ҡомалаҡ әсеткеһе. Ҡышын тәнгә сығып ыҙалатҡан һыҙлауыҡҡа шифа. Бер аҙ шәкәр һалып, иртәле-кисле берәр балғалаҡ ҡына эсергә кәрәк.
Бер беребеҙҙең ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәкте ауыҙ итеп, сәй эскәндән һуң, шау-гөр килеп бейешеп тә алдылар.
Гөлназ ХӘСӘНОВА.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға