«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Мостайҙың юбилейына ҡарата саралар теҙмәһе



17.10.2019 Бөйөк Мостайҙың юбилейына ҡарата саралар теҙмәһе

Бөйөк Мостайҙың юбилейына ҡарата саралар теҙмәһеӨфөлә ошо көндәрҙә Башҡортостостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәктәр. Бының өсөн сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, республиканың барлыҡ ҡала-райондарынан ҡунаҡтар йыйыласаҡ.

18 октябрь - Башҡорт дәүләт университетында әҙиптең исемен йөрөткән ижади лабораторияла Мостай Кәрим исемедәге фонд гранттары тапшырыласаҡ. Был сара йыл да үтә.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында иһә БДПУ-ның Беренсе почетлы профессоры Мостай Кәрим исемен йөрөткән аудиторияны һәм бюст асыу тантанаһы уҙасаҡ. Шулай уҡ бында М.Кәрим конкурсы йомғаҡланасаҡ.

"Родина" кинотеатрында Айнур Асҡаровтың "Өс таған отряды" фильмы күрһәтеләсәк.

19 октябрь Мостай Кәрим исемендәге скверҙа (Профсоюздар йорто янында) көнө буйы шағирҙың шиғырҙары төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ. Сарала яҙыусылар, шағирҙар, актерҙар, балалар һәм студенттар ҡатнашасаҡ. Әҙиптең һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонға һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьевҡа таҡтаташтар асыласаҡ.

Көн дауамында баш ҡаланың бер нисә урынында әҙәби флешмоб үтәсәк.

Киске сәғәт 7-лә "Торатау" Конгресс-холында шағирҙың юбилейына арналған тантаналы кисә уҙасаҡ.

20 октябрҙә, Мостай Кәримдең тыуған көнөндә Шишмә районының Келәш ауылында юбилей саралары ойоштороласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға