«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы ла беҙҙең вахтала булғандар һәләк булған



17.10.2019 Тағы ла беҙҙең вахтала булғандар һәләк булған

Төмән ҡалаһын Екатеринбург менән бәйләгән Свердловск өлкәһе трассаһының 195-се саҡрымында ҙур авария булған. «Renault Megan» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып, фура аҫтына инеп киткән. Руль артында ултырған водитель һәм уның ике пассажиры шунда уҡ һәләк булған. Шофер йоҡлап киткән , тигән фараз бар.
«Renault Megan» автомобилендә беҙҙең республиканың вахтасылары эштән өйҙәренә ҡайтып барған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: УГИБДД по Свердловской области


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға