«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Октябрь проспекты бушап ҡалырмы икән?



17.10.2019 Октябрь проспекты бушап ҡалырмы икән?

Өфөнөң тағы бер урамынан йәмәғәт транспортын күпләп ебәрәсәктәр.

Был Октябрь проспектын бер аҙ булһа ла бушатыу өсөн эшләнелә.

Һүҙ Комсомол урамын тураһында бара. Беләһегеҙ, был урам киң генә, унда автобустар, моғайын, һыйыр ине.

Әле унан өс маршрут йөрөй. 39-сы һәм 224-се автобустар Шәфиев урамынан борола. Тағы 202-се микроавтобус бар. Ул 20.00 сәғәткә тиклем йөрөй.

Октябрь проспектында иһә "Аграр университет" һәм "Спорт" туҡталыштары араһында бик тығыҙ була. Бында бер үк маршруттарҙың күпләп йөрөүе лә йоғонто яһай. Шуға уларҙың ҡайһы берҙәрен Комсомол урамына сығарыу дөрөҫтөр, минеңсә.

Етәкселек әйтеүенсә, Һәҙиә Дәүләтшина бульвары һәм Урман техникумы урамында реконструкция тамамланыу менән Комсомол урамында йәмәғәт транспортын күбәйтәсәктәр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға