«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Катарҙа беренсе пляж уйындары уҙҙы



17.10.2019 Катарҙа беренсе пляж уйындары уҙҙы

Катарҙа уҙған беренсе бөтә донъя пляж уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары финалда Бразилия уйынсыларына 3:9 иҫәбенә еңелеп, көмөш миҙал яуланы.
Шулай уҡ беҙҙең ҡатын-ҡыҙ командаһы ла бронза миҙал өсөн Бразилия һылыуҙарына ҡаршы уйнап, призер булыр өсөн саҡ ҡына бәхет йылмайманы. Улар осор буйынса өҫтөнлөк итеп, һөҙөмтәлә Бразилия футболсылары беҙҙекеләрҙе 3:4 иҫәбенә отто.
Дөйөм алғанда Рәсәй спортсылары ике алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал яулап, командалар араһында алтынсы күрһәткескә өлгәште. Беренсе – Испания пляжсылары. Улар ете алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙаллы булды. Бразилия биш алтын, дүрт көмөш һәм өс бронзалы булып, икенсе булһа, Италия спортсылары – өсөнсө (дүрт алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал).
Тәүге тапҡыр уҙған уйындарҙа 97 илдең 1237 спортсыһы 13 спорт төрөндә: акватлон (бер этап йүгереү, йөҙөү, һуңынан тағы бер этап йүгереү), баскетбол 3х3, (боулдеринг) ҡаяға үрмәләү, пляж гандболы, карате-шәхси ката, пляж көрәше, елкән спорты, скейтбординг-парк, пляж футболы, асыҡ һыуҙа йөҙөү, пляж теннисы, пляж волейболы 4х4, һыу саңғыһы һәм вейкбордта көс һынашты.
Киләһе пляж уйындары 2021 йылда Парагвайҙа уҙасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға