«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров иң матур башҡорт бейеүе өсөн бүләк әҙерләй



17.10.2019 Радий Хәбиров иң матур башҡорт бейеүе өсөн бүләк әҙерләй

Радий Хәбиров башҡорт бейеүе флешмобын хуплап, иң яҡшы номер өсөн бүләк вәғәҙә итте. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә республика кешеләренең сит илдәрҙә һәм ҡалаларҙа бейегән бер-нисә видеоһын һалған:


“Әйҙәгеҙ былай итәбеҙ: республика сиктәренән тыш йәки үҙебеҙҙә, тик ситтән килгән ҡунаҡ тарафынан башҡарылған иң матур башҡорт бейеү өсөн шәхси бүләгемде тапшырасаҡмын!” Әйткәндәй, беҙ Заһир һәм Салауат Зәйнетдиновтарҙың флешмобты ҡабул итеп, Ҡыҙыл майҙанда бейеүҙәре хаҡында яҙып сығыу менән, икенсе көнөнә Радий Фәрит улы әлеге посын һалды. Тимәк, Башлыҡ башҡорт милли матбуғаты менән даими танышып бара!

Флешмобты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина иғлан иткәйне. #ятанцуюбашкирскийтанец #учубашкирскийтанец хештегә менән Миләүшә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм илдәрҙә башҡорт бейеүен бейеп, видеоларын интернетҡа һала һәм башҡаларға челлендж (саҡырыу) ебәрә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға