«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Месси алтынсы “Алтын бутса”һын алды



16.10.2019 Месси алтынсы “Алтын бутса”һын алды

Донъяның билдәле футболсыһы, “Барселона” клубы һөжүмсеһе Лионель Месси уҙған миҙгел һөҙөмтәһе буйынса Европаның иң яҡшы уйынсы исеменә лайыҡланып, сираттағы “Алтын бутса” призына эйә булды.
Аргентина уйынсыһы ул уңышҡа алтынсы тапҡыр өлгәшеп, ул йәһәттән Европала рекордсмен булып һанала. Быға тиклем Месси 2009/2010, 2011/2012, 2012/2013, 2016/2017, 2017/2018 миҙгелдә “Алтын бутса”лы булғайны.
32 йәшлек һөжүмсе уҙған миҙгел клубы өсөн 36 гол индереп, ПСЖ командаһы уйынсыһы Килиан Мбаппеның күрһәткесен өс тупҡа уҙҙы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға