«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тамаҡ - тамуҡ?



16.10.2019 Тамаҡ - тамуҡ?

Бөгөн, 16 октябрҙә, Мәсетле районында Әй йылғаһынан 56 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табып сығарғандар.

Дыуан-Мәсетле ауылы кешеһенең йылғаға балыҡ тоторға барғанда батҡаны асыҡланған.

Кәмәһе түңкәрелгәс, һалҡын һыуҙа тәне ҡорошоп, етмәһә ҡалын кейеме лә аҫҡа тартҡандыр инде.

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға