«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Елмерҙәк бөгөлөндә ҡар күҙе төшөп тора



16.10.2019 Елмерҙәк бөгөлөндә ҡар күҙе төшөп тора

Елмерҙәк бөгөлөндә ҡар күҙе төшөп тораЮлдарҙа һаҡ булығыҙ, водителдәр!

Бөгөн ҡайһы бер райондарҙа ямғыр яуыуы көтөлә (тимәк, юлдар боҙ менән ҡапланасаҡ), ҡар яуыуы ла ихтимал.

17 һәм 18 октябрҙә шулай уҡ ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ. Бынан тыш ел дә көсәйәсәк. Иртәгә төндә һауа температураһы 0 градустан түбәнерәк буласаҡ, көндөҙ +4 до+9 градус.

Ял көндәрендә һауа температураһы 0 градустан -5 градусҡа тиклем төшәсәк.

Елмерҙәк бөгөлөндә (урыҫса рәсми булмаған атамаһы - Тещин язык) әле үк ҡар күҙе төшөп тора, тип хәбәр итә водителдәр.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға