«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күп балалыларға – таныҡлыҡ



16.10.2019 Күп балалыларға – таныҡлыҡ


Хәҙер күп балалы ғаиләләргә үҙҙәренең статусын раҫлау өсөн балаларының таныҡлыҡтарын, паспорттарын алып йөрөү кәрәкмәй. Халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре уларға күп балалы булыуҙарын раҫлаған таныҡлыҡ бирә башланы. Әлегә был документ 600 ғаиләгә тапшырылған. Республикала барлығы 48 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй.
Яңы документты алыу өсөн социаль яҡлау үҙәктәренә, күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: bash.news


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға