«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йүтәлде йомшартыу өсөн



16.10.2019 Йүтәлде йомшартыу өсөн

Көслө ҡоро йүтәлдән дарыу үләндәренән эшләнгән ингаляция ярҙам итә.


Берәр ҡалаҡ татлы тамыр менән андыҙ алып, шуға ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатығыҙ. Һуңынан бер балғалаҡ ҡарағай бөрөһө (булмаһа, 20 тамсы эвкалипт төнәтмәһе) ҡушып, тағы ла бер нисә минут ҡайнатығыҙ. Артабан ҡайнап торған һыуға ике ҡалаҡ үгәй инә үләне һәм бер балғалаҡ ромашка менән һаҙанаҡ үләне (багульник болотный) һалығыҙ. Тағы ла ике минут ҡайнатһағыҙ, төнәтмә әҙер. 60 тапҡыр тын алып, кире сығарыу ҙа етә, шулай уҡ төнәтмәне әҙ генә уртлап йоторға ла мөмкин. Ингаляция эшләгәндән һуң ике сәғәт тышҡа сығырға ярамай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға