«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Номер ҡуйылмаған яңы автомобилдә йөрөп булмаясаҡ



16.10.2019 Номер ҡуйылмаған яңы автомобилдә йөрөп булмаясаҡ

2020 йылдың 1 ғинуарынан номер ҡуйылмаған автомобилдә йөрөүҙе тыясаҡтар. Әммә ул ҡулдан алынған машиналарға ҡағылмай. Техниканы иҫәпкә ҡуйыу өсөн бирелгән 10 көн ваҡыт ғәмәлдән сығарыла. Машинаны теркәү менән автомобилде һатҡан дилер шөғөлләнәсәк. Автосалонға документтарҙы ЮХХДИ - ға ебәреү, номерҙар әҙерләү, шулай уҡ асҡыстар һәм номер яҙыуҙары менән бөтә документтарҙы автомобилде һатып алыусыға тапшырыу хоҡуғы биреләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға