«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Диниә назараты башлығы раҫланды



16.10.2019 Диниә назараты башлығы раҫланды

Бөгөн Башҡортостан Диниә назаратының отчет һайлау йыйылышы үтте. Һигеҙенсе съезда мәрхүм Нурмөхәммәт хәҙрәт урынына яңы рәйес раҫланды.

Йыйынға 152 делегат килгәйне. РФ Диниә назаратының баш мөфтөйө Рауил Ғәйнетдин ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Уның менән бергә тағы ла хөрмәтле диндарҙар бар ине.

Сарала алдағы көндәргә эшмәкәрлек мәсьәләләре ҡаралды.
17 сентябрҙәге пленум ултырышы ҡарарына ярашлы, рәйес вазифаһын Айнур Бирғәлин башҡарып торғайны. Әле съезда ҡатнашыусыларҙың күпселеге уны рәйес итеп раҫлау тураһында тауыш бирҙе.
Диниә назараты мөфтөйө биш йылға һайлана.

Был юлы Уставҡа ла бер аҙ үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, назарат президиумы вәкәләттәре киңәйә, Аҡһаҡалдар һәм Ғөләмәләр советы (диндәге уҡымышлылар, совет улемов) булдырыла.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ДУМ РБ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға