«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәхси балалар баҡсаһын ас!



16.10.2019 Шәхси балалар баҡсаһын ас!

«Демография», «Мәғариф», “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатынан Башҡортостандың социаль өлкәһе инновациялары үҙәге "Бала саҡ" ойошмаһы менән бергә "Шәхси балалар баҡсаһын ас" тип аталған оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә.

Ошо өлкәлә уңыштарға өлгәшкән, "Иң яҡшы социаль проект" республика конкурсы лауреаттары үҙ тәжрибәләре менән бүлешәсәк.

Дәрестәрҙең үткәрелеү урыны һәм ваҡыты:

17 октябрҙә сәғ. 10.00-17.30 Стәрлетамаҡ ҡалаһының Сакко һәм Ванцетти урамында, 63-сө йортта.

23 октябрҙә сәғ. 10.00-17.30 Өфө ҡалаһының, Индустриаль шоссе урамында, 44/1, 6-сы павильондың 2-се ҡатында (конференц-зал).

Теркәлеү өсөн телефондар һәм почта:

+7(347)264-62-90; +7(347)243-38-37; mail@ciss-rb.ru





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға