«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 15 октябрь



16.10.2019 Юл фажиғәләре - 15 октябрь


Кисәге, 15 октябрҙә, республикала 17 автомобиль аварияһы теркәлеп, 20 кеше йәрәхәттәр алған.

Иртән Күмертау ҡалаһында 30 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында үткәүел аша юлды сығып барған 55 йәшлек ҡатынды төрттөргән. Травмалар алған ҡатын дауаханаға эләккән.


Кисен Учалы районының Туңғатар ауылында, Ирәндек урамында, 24 йәшлек ҡыҙ ВАЗ-2107 машинаһында 57 йәшлек ҡатынды төрттөргән. Әле ул ҡатын дауахананың травматология бүлегендә. Водителдең һүҙе буйынса, ҡатын юл ситенән ыңғай йүнәлештә китеп барған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.

Тәүлек эсендә 2200 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 34 водитель тотолған. Урланған өс машина табылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға