«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Жердев мәргәнлеген юғалтты...



16.10.2019 Жердев мәргәнлеген юғалтты...

Элекке билдәле хоккейсы, Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионы булған Николай Жердев Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында ла урын таба алманы.
34 йәшлек һөжүмсе «Рязань» хоккей клубына юлығып, унда ла нығына алманы. Ул туғыҙ осрашыуҙа бер гол индерә алмай, ике тапҡыр ғына уға булышлыҡ иткән. Етәкселек уның сығышы менән риза булмай уртаҡ фекергә килеп, контрактын өҙөргә булған.
Жердев заманында НХЛ-ға китеп, «Коламбус Блю Джекетс», «Нью-Йорк Рейнджерс» һәм «Филадельфию Флайерс» кеүек командаларҙа уйнай..





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға