«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 14 октябрь



16.10.2019 Юл фажиғәләре - 14 октябрь





14 октябрҙә республикала 9 автомобиль аварияһы теркәлгән. Өс кеше һәләк булған, 6 кеше йәрәхәттәр алған.

Иртән Өфө районында (Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1451-се саҡрымында) 70 йәшлек Өфө кешеһе "Ford C-Mах" машинаһында, бер фараз буйынса, юл сатына еткәс, ниңәлер артҡа биргән һәм был ваҡытта ыңғай килеүсе "Isuzu" йөк машинаһы уға барып төртөлгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.

Кисен Мәсетле районында 33 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында Әзекәй ауылына етәрәк велосипедта килгән 39 йәшлек ирҙе төрттөргән. "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем ирҙең йөрәге туҡтаған.

Төнгә ҡарай Өфө районында (Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1464-се саҡрымында) 49 йәшлек ир "Lexus NX" машинаһында 26 йәшлек ҡатынды тапап, ғүмерен өҙгән (ҡатын Иглин районыныҡы). Водителдең һүҙе буйынса, ҡатын юлды ярамаған ерҙән үтеп барған булған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға