«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Федерер бишенсе Олимпиадаға йыйынды



16.10.2019 Федерер бишенсе Олимпиадаға йыйынды

Донъяның билдәле тенниссыһы, Швейцария спортсыһы Роджер Федерер киләһе йыл буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыуын белдерҙе.
38 йәшлек тенниссы өсөн был бишенсеһе була инде. Ул 2008 йылда уҙған уйындарҙа парлы ярышта Олимпия чемпионы булып, 2012 йылда шәхси беренселектә көмөш миҙал призеры була.
Федерер донъя ир-ат тенниссылары араһында иң данлыҡлыһы булып тора. Ул «Ҙур шлем» турнирҙарында 20 тапҡыр еңеү байрам итеп, әлегә рекордсмен булып һанала.
Бөгөнгө көнгә Федерер донъя рейтингы буйынса өсөнсө урынды биләй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға