«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҫмер ҡыҙҙы ике йыл дауамында көсләгән



16.10.2019 Үҫмер ҡыҙҙы ике йыл дауамында көсләгән

Өфөлә йәшәүсе үзбәк ҡатыны өс ҡыҙ тәрбиәләнгән. Балалар мәктәпкә йөрөгән, тик әсәнең документтары теүәл булмаған.

Ҡатын 44 йәшлек Тажикстан мигранты менән йәшәй башлаған. Ир үҙенең әшәке теләген тормошҡа ашырыу өсөн план ҡорған. Ул 2017 йылдан алып ҡыҙҙарҙың иң өлкәнен даими рәүештә көсләй башлаған, ул саҡта үҫмергә ни бары 13 йәш булған. Ҡыҙҙы, был хаҡта берәйһенә әйтһәң, әсәйеңде Үзбәкстанға оҙатасаҡтар, ә һеңлеләреңде мәктәптән ҡыуасаҡтар, тип ҡурҡытҡан.

Берҙән-бер көндө түҙер әмәле ҡалмаған ҡыҙ ниндәй йәбергә дусар булыуы хаҡында дуҫына серен сисә. Тегеһе уның әсәһе менән һөйләшә һәм полицияға ғариза яҙырға күндерә.

Бөгөн ҡыҙҙар социаль приютҡа урынлаштырылған, ә әсә – ваҡытлыса сит ил граждандарын тотоу пунктында. Ә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе Камилджон Турабаев һаҡ аҫтына алынған.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға