«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 50 миллион евронан баш тартҡан



16.10.2019 50 миллион евронан баш тартҡан

Франция йыйылма командаһы футболсыһы, әлеге ваҡытта ПСЖ клубында сығыш яһаған Килиан Мбаппе, командаһы менән килешеүен оҙайтыуҙан баш тартҡан.
ПСЖ етәкселеге һөжүмсегә йылына 50 миллион евро вәғәҙә итеп, контракты 2024 йылға тиклем оҙайтмаҡсы була. Тик 20 йәшлек футболсы ул сумманан баш тартып, «Реал»ға күсеүен теләй. Тегеләр иһә, һөжүмсене үҙенә ылыҡтырыр өсөн ПСЖ клубына 280 миллион евро тәҡдим иткәндәр. Әгәр килешә алһалар, Мбаппе донъяла иң ҡиммәтле уйынсы булып һаналасаҡ. Әлеге ул йәһәттән Бразилия һөжүмсеһе Неймарға етеүселәр юҡ. Уны ПСЖ командаһы «Барселона»нан 222 миллион евроға һатып ала.
Мбаппе ПСЖ клубында 2017 йылдан алып сығыш яһай һәм улар менән ике тапҡыр Франция беренселеге чемпионы була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға