«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тиҙҙән барлыҡ ат-һыйырға паспорт тапшырыласаҡ



16.10.2019 Тиҙҙән барлыҡ ат-һыйырға паспорт тапшырыласаҡ

Тиҙҙән һыйырҙарҙың да, аттарҙың дә үҙ паспорты буласаҡ. Был хаҡта Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” ауыл хужалығы йәрминкәһендә хәбәр иттеләр.


Республикалағы барлыҡ малдарға электрон танытма биреләсәк. Был халыҡҡа уларҙы банк кредитын рәсмиләштергәндә залогҡа биреү мөмкинлеген асасаҡ.

“Алтын көҙ” йәрминкәһендә төбәк агросәнәғәтен һанлаштырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Һүрәттә: "Паспортың бармы, әйҙә, киттек ЗАГС-ҡа..."





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға