«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үәт, үҙебеҙҙең “Абҙаҡ”!



15.10.2019 Үәт, үҙебеҙҙең “Абҙаҡ”!

Башҡортостандың «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты “ТурСтат” порталы рейтингында сноубордта шыуыу өсөн иң шәп өс урын иҫәбенә инде. Рейтинг интернетта ниндәй курортта сноубордта шыуыу яҡшыраҡ тигән һорауҙарға яуаптарға нигеҙләнеп төҙөлгән.


"Сноубордта шыуыу өсөн Рәсәйҙең тәүге ун курорты иҫәбенә «Роза Хутор» һәм «Курорт Красная Поляна» (Сочи), «Абҙаҡ» (Башҡортостан), «Шерегеш» (Кемерово өлкәһе), «Белокуриха» (Алтай крайы), «Архыз» һәм «Домбай» (Ҡарасәй-Черкес), «Сорочаны» (Мәскәү өлкәһе), Чусовой (Пермь крайы), «БигВуд» (Мурманск өлкәһе), «Гора Белая» (Свердловск өлкәһе), «Завьялиха» (Силәбе өлкәһе), «Игора» (Ленинград өлкәһе) һәм «Свияжск убалары» ла (Татарстан) инде.
“ТурСтат” мәғлүмәттәре буйынса, «Абҙаҡ» өсөн 13% тауыш бирелгән", - тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Рәсәйҙә 3 миллиондан ашыу кеше сноуборд менән мауыға, башлыса улар — 30 йәшкә тиклемгеләр.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға