«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары уңышһыҙ сығыш яһаны



15.10.2019 Рәсәй волейболсылары уңышһыҙ сығыш яһаны

Японияла уҙған волейбол буйынса донъя кубогы турнирында Рәсәй йыйылма командаһы һуңғы уйында Тунис волейболсыларын 3:0 (25:16, 25:16, 25:13) иҫәбенә отоп, һөҙөмтәлә алтынсы урын яуланы.
Улар уҙғарған 11 осрашыуҙың 5-ндә еңеп, бөтәһе 15 мәрәйгә эйә булды. Әлбиттә, беҙҙекеләр турнирға икенсе состав менән сығыш яһаны. Шуға һөҙөмтәһе лә яраҡлыҙыр тип уйлайыҡ.Сөнки Рәсәйҙең төп сотавы быйыл уҙған милләт-ара лигаһында еңеүсе булып, икенсе йыл рәттән уңышҡа өлгәште. Шулай уҡ улар киләһе йыл буласаҡ Олимпия уйындарына ла тура путевка яуланы.
Төп призды Бразилия командаһы яуланы. Улар 11 осрашыуҙы ла дәғүәселәренә бирешмәй, лайыҡлы рәүештә кубоклы булды. Уҙған донъя чемпионаты еңеүсеһе – Польша уйынсылары икенсе булһа, АҠШ командаһы өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошоға тиклем уҙған ошо уҡ турнирҙа Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһы өсөнсө күрһәткескә өлгәшкәйнеләр.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға