«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя рекордын бушҡа ҡуя...



15.10.2019 Донъя рекордын бушҡа ҡуя...

Кения спортсыһы Элиуд Кипчоге 42 саҡырым 195 метр арауыҡтағы марафон дистацияһын 1 сәғәт 59 минут 40 секундта үтеп, донъя рекордын ҡуя.
Сөнки быға тиклем йүгереүселәр шул арауыҡты 2 сәғәттән кәмерәк уҙғаны булмай. Әммә халык-ара еңел атлетика ассоциацияһының федерацияһы Кения спортсыһының һөҙөмтәһен һынамаҫҡа булған. Сөнки ярыш официаль рәүештә уҙмаған. Шуға ҡарамаҫтан официаль донъя рекорды уның иҫәбендә. Кипчоге 2018 йылда уҙған Берлин марафонында дистанцияны 2 сәғәт 1 минут 39 секундта үтә. Шулай уҡ ул 2016 йылда уҙған Олимпия уйындарының марафон чемпионы булып та һанала.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға