«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күпер аҫтында мина табылған



15.10.2019 Күпер аҫтында мина табылған

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ольховка йылғаһы күпере аҫтында минаға оҡшаған билдәһеҙ әйбер табыла. Хоҡуҡ һаҡлаусылар әйтеүенсә, ваҡиға урынында белгестәр тикшереү алып бара һәм был әйберҙең – пехотаға ҡаршы “Ведьма” минаһы икәнен асыҡлай.

Әйткәндәй, был урындан 4 саҡрым ғына арауыҡта кешеләрҙең йорттары һәм 2 саҡрым алыҫлыҡта Ольховка санаторийы урынлашҡан.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: twimg.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға