«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға ваҡыт



15.10.2019 Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға ваҡыт

Башҡортостанда 800 меңдән ашыу кешегә киҙеүҙән прививка эшләнгән.



Әлеге ваҡытта республикала миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялар менән ауырыу осраҡтары күбәйә. Киҙеү әлегә юҡ. Әммә табиптар, ауырыу көсәйгән мәлгә һөҙөмтәһе булһын өсөн, әле үк киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға тәҡдим итә.
Әлеге көнгә республика халҡының 19,7 проценты, йәғни 801916 кеше, шул иҫәптән 177 мең бала киҙеүгә прививка яһатҡан да инде.
Белгестәр әйтеүенсә, медицина учреждениелары тәҡдим иткән киҙеүгә ҡаршы вакциналар әлеге эпидемиологик миҙгелдә актуаль булған вирус төрҙәренән һаҡлаясаҡ.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға