«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кейемегеҙҙә яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент бармы?



14.10.2019 Кейемегеҙҙә яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент бармы?

Һуңғы айҙа көн һайын тиерлек юлдарҙа кеше тапала.

Ағымдағы йылдың 9 айында бындай 921 осраҡ теркәлгән. Уларҙың 455-ендә йәйәүле кеше үҙе ғәйепле.

106 осраҡ кешенең үлеме менән тамамланған.

Ҡурҡыныс һандар... Йөҙ ҙә алты йорттоң ҡапҡаһына ҡайғы ишек асып ингән, 106 ғаилә ағзаларының йөрәгенә ғүмерлек яра һалынған.

Ҡағиҙә булараҡ, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында, юлдарҙың яҡтыртылмаған ерендә булған ул авариялар. Ҡараңғы кейемдәге кеше юл буйлап килә. Ҡай саҡ һалмыш та. Көн ямғырлап та торһа (йә ҡар яуып), бындай шарттарҙа водитель кешене бик һуң ғына аңғарып ҡала һәм бер ни ҙә эшләп өлгөрә алмай...

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе кәңәш итә: күҙ бәйләнгәндән һуң юлда йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейемдә булыуың хәйерле. Бынан тыш яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар, әйберҙәр булырға тейеш. Хәҙер һатыуҙа төрлө браслеттар, "фликерҙар", значоктар, таҫмалар бар, уларҙы алып ҡулланыу ғүмерҙе һаҡларға ярҙам итәсәк.

Иң тәү сиратта балаларҙы уйлағыҙ. Уларҙың кейемендә, сумкаһында яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар мотлаҡ булһын! Юл ҡағиҙәләрен ҡат-ҡат иҫләтеп тороғоҙ. Юлға кинәт йүгереп килеп сыҡмаһындар, юл аша сыҡҡанда шаярмаһындар, этешеп-төртөшмәһендәр - оҙон ғүмерле, сәләмәт булһындар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға