«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Афарин, Наҙгөл! Артабан да һынатма.



14.10.2019 Афарин, Наҙгөл! Артабан да һынатма.

Өфө ҡыҙы Монте-Карло академияһында йырлаясаҡ!

Наҙгөл Ибраһимова йәш опера йырсылары конкурсының еңеүселәре иҫәбенә инде. Бәйгелә ҡатнашырға 129 йәш талант ғариза ебәргән. Унда 18 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге академик вокал класы студенттары һәм сығарылыштары һынау тота ала. Жюри ағзалары һәр береһенең башҡарыу оҫталығын, музыкаль һәләтен, тембрын баһалағандан һуң, еңеүселәрҙе билдәләгән. Һөҙөмтәлә, Монте-Карло академияһында ун Рәсәй таланты, шулар иҫәбендә Наҙгөл Ибраһимова ла белем аласаҡ. Был уҡыу йорто өсөнсө йыл рәттән йәш таланттарҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Наҙгөл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 5-се курсында белем ала, республика конкурстары лауреаты.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға