«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәшмәктән голубцы



14.10.2019 Бәшмәктән голубцы



Голубцы өсөн 300- 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, кишер , кәбестә, 1-2 татлы борос, 80-100 г ҡарабойҙай ярмаһы, 5-6 картуф, 75-100 мл томат һуты йәки 2-3 помидор, борос, йәшел тәмләткестәр, үҫемлек майы кәрәк.

Бәшмәкте 40 минут тоҙло һыуҙа бешергә. Туралған һуған, кишер, татлы борос, укроп һәм петрушка һалып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тоҙ, борос һибергә. Һыуынғас, алдан һыуҙа бүрттерелгән ҡарабойҙай ярмаһын өҫтәргә. Эслекте кәбеҫтә япраҡтарына төрөргә.
Кәстрүл төбөнә түңәрәкләп туралған кишер, картуф теҙергә. Голубцыларҙы һалып, өҫтөнә томат һуты , ҡайнар һурпа ҡойорға, лавр япрағы, помидор телемдәре һалырға.
Голубцы 20-25 минутта бешә.
Табынға ҡаймак һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға