«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙекеләр еңеүсе!



14.10.2019 Беҙҙекеләр еңеүсе!


Ике көн элек Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында тренер А.В.Франковский иҫтәлегенә волейбол буйынса ир-егеттәр араһында төбәк-ара турнир уҙған.

Күҙгә лә элмәҫ инек был яңылыҡты, әгәр унда беҙҙекеләр беренсе урын яуламаһа.

Эйе, Ейәнсура районының волейбол командаһы ырымбурҙарҙың танауына сиртеп, еңеүсе булды!

2-се урынды Ҡыуандыҡ ҡалаһы командаһы алһа, 3-сө урында Медногорск командаһы.

Бынан тыш команда капитаны Руслан Хөсәйенов айырым номинацияла ла еңеүсе булып танылған.

Ҡыуандырҙы спортсылар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: В.Демидова.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға