«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 13 октябрь



14.10.2019 Юл фажиғәләре - 13 октябрь

13 октябрҙә республикала 18 автомобиль аварияһы теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, 20 кеше йәрәхәттәр алған.

Иртән Бәләбәй районында Бәләбәй-Аксеново автоюлының 21 саҡрымында 24 йәшлек егет ВАЗ-2114 машинаһында 21 йәшлек егетте төрттөрә. Алған йәрәхәттәрҙән йәш егет шунда йән бирә.

Бер күҙ асып йомған арала ике ғаиләгә ҡайғы килә. Ғүмере өҙөлгән егет тә йәл, уның үлеменә сараһыҙҙан сәбәпсе булған кеше лә йәл...

Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Тәүлек эсендә 200 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 57 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға