«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәрән соҡорға төшөп киткән



14.10.2019 Тәрән соҡорға төшөп киткән

Бөгөн иртән Өфөлә 38 йәшлек ир ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән.

Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар бау менән тәрән соҡорға төшөп, бәләгә тарыусыны сығарған. Шунда уҡ «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте уға медицина ярҙамы күрһәткән. Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр. Аяҡ аҫтына ҡарап йөрөмәһәң, соҡорға ла осоп төшөүең бар.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға