«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Студенттар хаҡында хәстәрлек күреп



14.10.2019 Студенттар хаҡында хәстәрлек күреп


Өфөнөң Зәки Вәлиди менән Туҡай урамдары араһында урынлашҡан - В. Ленин паркында студенттар өсөн спорт зонаһы булдырыласаҡ һәм йүгереү өсөн юлдар һалынасаҡ. Был хаҡта БР Хөкүмәтендә уҙғарылған « Инвестиция сәғәте»ндә Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин белдергән.
Ошоғаса БДУ, БДМУ, ӨДАТУ, яҡын тирәләге колледж студенттары ошонда физкультура дәрестәрендә йүгерә ине. Хәҙер улар төрлө спорт ҡоролмалары урынлаштырылған көплө урында спорт менән шөғөлләнәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға