«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаланы ташландыҡ машиналарҙан таҙарталар



14.10.2019 Ҡаланы ташландыҡ машиналарҙан таҙарталар

Сентябрҙә Өфө ҡалаһында ташландыҡ автомобилдәрҙе асыҡлау буйынса махсус комиссия төҙөлдө.


Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, комиссия ағзалары хужаһыҙ машинаны табып, акт төҙөй һәм фотоға төшөрә. Алғы тәҙрәһенә машинаны махсус урынға күсереп ултыртырға ҡушылған ҡағыҙ ҡалдырыла. Бының өсөн 10 көн ваҡыт бирелә.
Әгәр ҙә автомобилдең хужаһы 10 көн эсендә әйтелгәнде үтәмәһә, был машина тураһында мәғлүмәт Өфө хакимиәтенең рәсми сайтына ҡуйыла. Бынан һуң тағы 15 көн ваҡыт бирелә. Шул ваҡыт үтеүгә хужаһы машинаһын күсереп ултыртмаһа, уны махсус урынға алып китәләр. Ә машинаны унда һаҡлаған өсөн автомобиль хужаһынан түләтәсәктәр.
Бындай рейдтар ҡаланың Дим, Октябрь һәм Совет райондарында үткәрелгән дә инде. Бөтәһе 116 хужаһыҙ автомобиль асыҡланған.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға