«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әллә ҡабан сусҡаһы менән мышыны бутанымы икән ?



14.10.2019 Әллә ҡабан сусҡаһы менән мышыны бутанымы икән ?

Бөрө районында БР-ҙың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министырлығы, полиция хеҙмәткәрҙәре берлектә үткәргән рейд барышында мышы атып алыусылар тотолдо.

Енәйәтселәр Бөрө районының Десяткино ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта мышыны тунаған ваҡытта эләгә.
Тикшереү барышында ҡанун боҙоусы һунарсыларҙың ике мылтығы тартып алына. Әйткәндәй, уларҙың береһендә ҡабан сусҡаһына һунар итергә рөхсәт ҡағыҙы ла була.

Әле мышы атыусыларға енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ҡанун буйынса, законһыҙ һунар итеп хөкөмгә тарттырыусыларға ике йыл холоҡ төҙәтеү эштәр, йәиһә 6 айға иректән мәхрүм ителеү һәм 200 мең һум штраф һалыу ҡаралған.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: МВД
Источник: МВД


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға