«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анжеликаны Бузова үткәрмәгән



14.10.2019 Анжеликаны Бузова үткәрмәгән

ТНТ каналында «План Б» телешоуында комик Тимур Батрутдинов менән йырсы, алып барыусы Ольга Бузова бер- береһенә тормош иптәше һайлаша. Сираттағы тапшырыуҙа яҡташыбыҙ, фотомодель, йырсы Анжелика Якусева
ҡатнашҡан. Ул Тимурҙың йөрәген яуларға тейеш ине. Әммә һайлап алыу турында жюри составындағы Ольга Бузова ҡыҙҙы үткәрмәгән.
- Телевидениела күп нәмәне монтаж хәл итә. Иң ҡыҙыҡлы сығыштар кадр артында ҡалған. Ни эшләптер мине Оля үткәрергә теләмәне. Әгәр Тимур мине күрһә, мин проектта ҡалыр инем, – тип яҙған Анжелика үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ольга Бузова беҙҙең һылыуҡайҙы конкуренткаһы итеп күрҙеме икән?





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға