«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телевизорҙарығыҙ күрһәтәме?



14.10.2019 Телевизорҙарығыҙ күрһәтәме?


Бөгөндән аналог телевидениеһы һүндерелде, һанлыға күстек.
Телевизорығыҙ иҫке маркалы булып, приставка алып, уны ҡуя алмайһығыҙ икән, 8800- 347- 00 - 55 номеры буйынса эшләгән «ҡыҙыу линия»ға шылтыратып, ярҙамға волонтерҙар саҡыра алаһығыҙ. Улар инвалидтарға, урамға сығып йөрөй алмаған ололарға тәүге сиратта киләсәк. Әммә Өфөлә баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә йорттары булғандарға бармаясаҡтар.
Әйткәндәй, бөгөн төбәктәге "ҡыҙыу линия"ға 400 -ләп шылтыратыу булған.

Әгәр ҙә приставка алырғамы- юҡмы икәнлеген асыҡларға теләһәгеҙ, 8800-220-20-02 номерына РТРС-тың «ҡыҙыу линия»һына шылтыратып, телевизорығыҙҙың маркаһын операторҙарға әйтеп, белешергә мөмкин. Антенна кәрәклеген дә улар әйтәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға