«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тоҙ зыянлымы?



14.10.2019 Тоҙ зыянлымы?


Күптәр өсөн тоҙҙоң артыҡ зыяны юҡ. Әммә халыҡтың 20 проценты өсөн (һәр бишенсе кешегә) ул бик тә зыянлы.

Билдәле булыуынса, ул организмда һыуҙың тотҡарланыуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә йөрәккә, бөйөрҙәргә көс төшә. Баш ауырта, кешенең шешенеүе ихтимал.
Ғөмүмән, артыҡ тоҙ бер кемгә лә файҙалы түгел. Шуға күрә ашҡа тоҙҙо күп һалырға кәрәкмәй. Төрлө сығанаҡтар буйынса, тәүлегенә тәҡдим ителгән норма – 0,5 – 3 г. Шул иҫәпкә икмәктәге, колбасалағы һәм башҡа ризыҡтарҙа йәшеренгән тоҙ ҙа инә. Әммә хәҙер айырыуса йәштәр яратҡан ризыҡтарға күҙ һалһаң, бер бигмакта ғына 1 г тоҙ бар, пиццала ул 1,5 грамға етә, ә тоҙло сәтләүектәр һәм чипсыларҙа тағы ла күберәк. Тиҙ әҙерләнә торған лапша һәм туҡмастарҙа ла ул бер грамдан арта. Шулай итеп, беҙ туйғансы ашарға ла өлгөрмәйбеҙ, ә тоҙҙоң тейешле нормаһы артығы менән йыйылып та китә.
Ә инде кемдәр һәр ашҡа тоҙ һибеп ашарға өйрәнгән, быны организм талабы түгеллеген аңларға кәрәк. Был һеҙҙең ғәҙәткә генә ингән. Шул уҡ ризыҡтарҙы тоҙ өҫтәмәй генә ашап ҡарағыҙ әле, бәлки, улай нығыраҡ та оҡшап китер.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға