«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Енәйәтсене табыусыға - 3 млн һум



14.10.2019 Енәйәтсене табыусыға - 3 млн һум

Волга буйы федераль округының Тәфтиш комитеты оло йәштәге ҡатындарҙы быуып үлтереп йөрөүсе енәйәтсене эҙләй. Ул 2011 – 2012 йылдарҙа 30 ҡатындың ғүмерен өҙгән. Үлтереүсе 75-90 йәштәрҙә яңғыҙ йәшәүсе ҡатындарҙы ҡараштырып йөрөп, социаль хеҙмәттәр, ЖЭУ хеҙмәткәре тип үҙен танытып, уларҙың фатирҙарына ингән. Ир 20-35 йәштәрҙә. Буйы – 175 см тирәһе. Ябыҡ кәүҙәле . Тулы булмаған ғаиләлә үҫкән.

Енәйәтсенең ҡайҙалығын әйтеүселәргә полиция 3 млн. һум аҡса вәғәҙә итә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Волга буйы округының Тәфтиш комитеты


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға