«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй бокссылары - беренсе



14.10.2019 Рәсәй бокссылары - беренсе

Улан-Удэла бокс буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты уҙҙы.
Рәсәй йыйылма командаһы өс алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яулап, командалар араһында алдынғылыҡты бирмәне.
Юғары уңышҡа Екатерина Пальцева (48 килограм ауырлыҡҡа тиклем), Лилия Айытбаева (51 килограм ауырлыҡҡа тиклем) һәм Земфира Магомедалиева (81 килограм ауырлыҡҡа тиклем) өлгәште. Көмөш миҙалды Людмила Воронцова (57 килограм ауырлыҡҡа тиклем) яулап, «бронза»ға Екатерина Дынник (64 килограм ауырлыҡҡа тиклем) менән Саадат Далгатова (69 килограм ауырлыҡҡа тиклем) эйә булды.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға