«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гран-при - беҙҙә!



14.10.2019 Гран-при - беҙҙә!

Башҡортостан "Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә һәр йылдағыса үҙен лайыҡлы күрһәтте.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов тармаҡта барған эштәргә бер ни тиклем йомғаҡ яһаны.

Әле ураҡ тотошлай тамамланмаған - техник культураларҙы йыйып бөтәһе бар, шулай ҙа иген күләме тураһында һөйләргә мөмкин.

Быйыл Башҡортостанда 3,3 миллион тонна иген йыйып алынған. Былтыр был күрһәткес өс миллион тонна ине. Беҙҙең алға ҡуйылған ҙур маҡсат буйынса, 2024 йылға ул һанды дүрт миллион тоннаға еткерергә ниәт.

Ә быйылға гектар ҡеүәте иң ҙур күрһәткес (уртаса алғанда) - 41 центнер - Саҡмағош районында. Райондың "Базы" хужалығында - 50 центнер.

Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ игенселәре лә яҡшы күрһәткестәргә ирешкән - гектарынан уртаса 29 центнер иген йыйылған.

Ошо көндәрҙә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө лә билдәләнә. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк тантанала автомобиль асҡыстары ла тапшырыласаҡ.

"Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә килгәндә, беҙҙекеләр был саранан "ҡосаҡ-ҡосаҡ" миҙал алмайынса ҡайтҡандары ла юҡ.

Был юлы 171 миҙаллы булдыҡ. шуларҙың 95-е - алтын, 51-е - көмөш, 25-е бронза миҙал. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Гран-при ла беҙҙә! Афарин! Киләһе йылдарҙағы уңыштарға ла бергәләп һөйөнөргә яҙһын!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға