«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары АҠШ-ҡа отолдо



14.10.2019 Рәсәй волейболсылары АҠШ-ҡа отолдо

Рәсәй йыйылма командаһы волейболсылары донъя кубогының сираттағы турында АҠШ командаһына 3:0 (25:23, 25:11, 25:16) иҫәбенә отолоп, турнирҙа алтынсы еңелеү кисерҙе.
Хәҙер улар бары 12 мәрәй менән 7-се урынды биләй. Һуңғы осрашыуын Тунис волейболсылары менән уҙғарасаҡ.
Бәйгелә бер Бразилия командаһы ғына еңелеү кисергәне юҡ. Улар – беренсе. Икенсе урында Польша уйынсылары урынлашҡан.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға