«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәбеҫтә һатып алам тигәнсе...



13.10.2019 Кәбеҫтә һатып алам тигәнсе...

Салауат районы Малаяҙ ауылында йәрминкә ваҡытында күңелһеҙ хәл була. Кәбеҫтә һатыусының ҡулында оло йәштәге ир уҙаманы йән бирә.

86 йәшлек бабай йөрәк өйәнәгенән вафат була. Был хаҡта кәбеҫтә һатыусы Гөлшат бына нимәләр һөйләй:
“Ҡарап тороуға теремек кенә бабай яныма килеп, кәбеҫтә һораны. Ҙур ғына кәбеҫтәне эләктереп алыу менән күҙ алдымда сүгә һәм ҡолай башланы. Тотоп өлгөрҙөм. Ярай эргәлә Үҙәк район дауаханаһы табибы булған, икәүләп бабайҙы ипләп кенә ергә һалдыҡ. Табип беренсе ярҙам күрһәтеп ҡараны, әммә бабайҙың тын алыуы һиҙелмәй ине”.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға