«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 12 октябрь



13.10.2019 Юл фажиғәләре - 12 октябрь


12 октябрҙә республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлгән. Тағы ла дүрт кеше һәләк булған, 27 кеше йәрәхәттәр алған.

Кисен Өфө районында Курасково-Николаевка автоюлында 44 йәшлек ир "Lifan X50" машинаһында 21 һәм 25 йәшлек егеттәрҙе төкөтөп, кюветҡа төшөп киткән. Ике егеттең дә ғүмере авария булған ерҙә өҙөлгән. Водителдең һүҙе буйынса, һәләк булған егеттәр юл ыңғайы китеп барған, кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған... Күпме кеше һәләк була шулай ҡараңғыла (((

Өфөлә төндә Әхмәтов урамында 43 йәшлек водитель ВАЗ-2109 машинаһында юлды ярамаған ерҙән үтеп барған кешене тапай. Ҡарамаҡҡа 40-45 йәшлек ир шунда йән бирә.

Стәрлетамаҡта төндә Көнбайыш урамында 30 йәшлек ир ВАЗ-2112 машинаһында ағасҡа барып бәрелеп, һәләк була.

Тәүлек эсендә 2200 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 67 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға