«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдә бер машина өс атты үлтергәнсе бәрҙергән



13.10.2019 Әбйәлилдә бер машина өс атты үлтергәнсе бәрҙергән

Әбйәлилдә бер машина өс атты үлтергәнсе бәрҙергәнБыл хәл кисә, 12 октябрь кисендә теркәлгән. Таштимер ауылы янында Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Дмитрий Миронов исемле ир үҙенең "Мицубиси АSX" автомобилендә бер өйөр йылҡыны бәрҙергән.

- Бер ҡаршыға килгән машиналарҙы үткәрҙек һәм күҙ асып йомғансы алдыбыҙға аттар килеп сыҡты, - тип белдергән аҙаҡтан водитель. - Урап үтергә йәки туҡтарға өлгөрә алманыҡ. Фарҙарҙың яҡын яҡтыһында һәм хәрәкәт көслө урында юлға һикергән малды күреүе бик ауыр.

Һөҙөмтәлә көслө бәрелеүҙән өс ат үлгән, машинаның алды ныҡ йәнселгән. Ярай эстә ултырғандар артыҡ ҡазаланмаған.

Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында аттарҙан һаҡ булығыҙ, иптәштәр!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға