«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн “Салауат Юлаев” Финляндияла ҡунаҡ буласаҡ



13.10.2019 Бөгөн “Салауат Юлаев” Финляндияла ҡунаҡ буласаҡ

[b“Салауат Юлаев” хоккейсылары ситтәге уйынын дауам итеп, бөгөн Финляндияла урындағы “Йокерит” командаһы менән сәкәләшәсәк.[/b]
Быға тиклем өфөләр Түбәнге Новгородта “Торпедо” менән осрашып, уларҙы буллит серияһында ғына алдырҙы. Әлегә юлаевсылар 19 мәрәй яулап, “Себер” менән Көнсығыш конференцияһында 6 – 7-се урындарҙы бүлешә.
Бөгөнгө дәғүәсеһе 17 мәрәй менән Көнбайышта 7-се баҫҡыста урынлашҡан.
Сәфәрен дауам итеп, аҙаҡтан юлаевсылар “Витязь” клубында ҡунаҡ буласаҡ. Мәскәү өлкәһе уйынсылары быйыл уңышлы старт алып, 25 мәрәй менән өсөнсө урында килә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға