«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльбрус бәһлеүән Өфөлә гимназистар менән осрашты



13.10.2019 Эльбрус бәһлеүән Өфөлә гимназистар менән осрашты

Донъялағы иң көслө башҡорт, стронгмен Эльбрус Ниғмәтуллин кисә, 12 октябрҙә баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты.

Эльбрус Хәмит улы үҙенең дуҫтары - Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенән килгән бәһлеүәндәр турнирында ҡатнашыусы стронгмендар менән гимназистарға спорттың экстремаль төрҙәре тураһында һөйләне, көс алымдарын күрһәтте. Балалар, үҙ сиратында, көслө ҡунаҡтарға башҡортса шиғырҙар һөйләне һәм Мостай Кәрим исемендәге музейға экскурсия яһаны.







Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға