«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рөстәм Сөләймәнов ниңә аслыҡ иғлан иткән?



13.10.2019 Рөстәм Сөләймәнов ниңә аслыҡ иғлан иткән?

Рөстәм Сөләймәнов ниңә аслыҡ иғлан иткән?Өфө скрипкасыһы һәм дирижеры Рөстәм Сөләймәнов ғәҙәти булмаған ижади проектта - "Тирмә" перфомансында ҡатнаша. Ул бер аҙна дауамында ас көйөнсә скрипкала концерт марафоны башҡасаҡ.

Перформанс кисә, 11 октябрҙә башланды. Ул баш ҡалалағы "Арт-квадрат" ижад үҙәгендәге быяла бүлмәлә үтә. Музыкант шулай итеп башҡорт халҡының милли инструменталь сәнғәтенә, халыҡ ижадына иғтибар йүнәлһен, ул киләсәк быуынға тапшырылһын ти.

Рөстәм Сөләймәнов өҫтөнә пижама кейгән, мөйөштәге түшәктә ял итәсәк. Ул тәүлек әйләнәһенә тиерлек башҡорт көйҙәрен башҡарасаҡ һәм ҡараңғы төндә ятып йоҡлаясаҡ. Ара-тирә таблеткалар ҡабып һыу эсәсәк.

Концертты ҡарау өсөн М.Кәрим, Чернышевский, Ленин урамдары яғынан "Арт-квадрат"ҡа килегеҙ. Ул 18 октябргәсә дауам итәсәк.

"Фейсбук"та тура тапшырыу ҙа алып барыласаҡ.
Һылтанмаһы:
https://m.facebook.com/rustem.suleymanov.524/videos/2664959403570800/





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға